3 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2015 йыл, 15:56

Рөстәм Хәмитов: «Магазинға ингәс, хаҡтарға мониторинг үткәрәм»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә аҙыҡ-түлеккә, шул иҫәптән шәкәргә хаҡтар нигеҙһеҙ арттырыла тип билдәләне.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Васильев төп туҡланыу продукттары хаҡтарына мониторинг үткәреү айырыуса йәшелсә-емештәрҙең ҡиммәтләнеүен күрһәтте тип хәбәр итте. Бер айҙа кәбеҫтәнең килограмы — 18,8, һуған 22,4 процентҡа артҡан. Шулай уҡ балыҡ — 15, шәкәр 7,3 процентҡа ҡыйбатланған. Шәкәргә хаҡтың артыуын министр Рәсәйҙәге шәкәр заводтары ҡорамалдарының сит илдә эшләнеүе һәм кредитҡа һатып алыныуы менән аңлата. Предприятиеларҙың кредиттарҙы элекке хаҡ менән хеҙмәтләндерергә хәленән килмәй.

— Шәкәргә хаҡ нигеҙһеҙ күтәрелгән, тип иҫәпләйем, — республика Башлығы министр менән килешмәүен белдерҙе. — Уңыш һәйбәт, заводтар әллә ҡасан төҙөлгән, ҡорамалдарҙың валюта кредиттарына бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.

Рөстәм Хәмитов Иҡтисади үҫеш министрлығына хәлдәрҙең торошон теркәргә генә түгел, ә хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймау өсөн саралар күрергә кәрәк тип билдәләне.

— Магазинға ингәс, хаҡтарға мониторинг үткәрәм. Ҡайһы бер сауҙа селтәрҙәре үҙҙәренең өҫтөнлөклө шарттары менән артыҡ файҙаланыуҙарын күрәм. Көрсөк мәлендә кешеләр ҡулланыуға яраҡһыҙ продукция һатып, хаҡтарҙы күтәреп кеҫәһен ҡалынайтырға тырыша. Ҡаты контроль булырға тейеш, — тине төбәк етәксеһе.