Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Бәләбәй һөт комбинаты» «Продэкспо-2015» халыҡ-ара күргәҙмәнән еңеү менән ҡайтты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Мәскәүҙә үткән «Продэкспо-2015» халыҡ-ара күргәҙмәһендә 65 илдән ике меңгә яҡын компания ҡатнашты. Рәсәйҙә ҡаты сыр етештереүсе «Бәләбәй һөт комбинаты» ла иң яҡшы продукция өлгөләрен, яңы ҡаҙаныштарын һәм технологияларын күрһәттте.

Быйыл бәләбәйҙәр «Бельфор» һәм «Бельстер» тигән маркалы, шулай уҡ үҙенсәлекле төргәктәге сырҙар тәҡдим итте. «Бельфор» тип аталған сыр эмменталь сыр технологияһы буйынса етештерелә. «Бельстер» ҡаты сортлы сыр өс айҙан һәм унан күберәк ваҡытта өлгөрә. Күргәҙмә ҡунаҡтары сырҙың элиталы сорттарына юғары баһа бирҙе.

«Бельстер» «Инновациялы продукт» конкурсында еңеүсе булды һәм «Технологиялағы инновациялар» номинацияһында «алтын» яуланы. «Бельфор» «Иң яҡшы продукт-2015» халыҡ-ара конкурсында көмөш миҙалға лайыҡ булды. Бынан тыш, ошо сырҙар «Селтәрҙәр һайлауы» конкурсында дипломдар менән билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть