8 декабрь, Кесе йома

20 февраль 2015 йыл, 14:06

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса Саралар планын тәҡдим итте

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2015-2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса Саралар планын тәҡдим итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Тәҡдим ителгән план 50-гә яҡын пункттан тора. Улар иҡтисадтағы диверсификация, импортты алмаштырыу, уңайлы инвестиция мөхитен һаҡлау, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге, хеҙмәт мөнәсәбәттәренең тотороҡлоғо, халыҡтың килеме, торлаҡ проблемаларын хәл итеү, социаль һәм медицина хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләренә ҡағыла.

— Сараларҙың төп бурысы — Башҡортостан халҡын көрсөктән яҡлау һәм республикалағы сәнәғәт предприятиеларының ышаныслы эшләүенә булышлыҡ итеү, — тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов хәбәр итеүенсә, республика бюджетында планды ғәмәлгә ашырыу өсөн яҡынса 500 миллион һум һалынған да инде. Бынан тыш, Башҡортостанда аҡса (3 миллиард һум сиктәрендә) һәм залог фонды булдырыла.

Башҡортостан Башлығы иҡтисадтағы хәлгә бер нисә фактор, шул иҫәптән предприятие һәм агросәнәғәт комплексы үҫешен тотҡарлаусы кредит ставкаларының юғарылығы йоғонто яһай тип билдәләне.

План бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ла үҙ эсенә ала. Улар араһында — шәхси эшҡыуарҙар өсөн «һалым каникулдары», һалым ставкаһын кәметеү, нигеҙһеҙ тикшереүҙәргә мораторий, дәүләт һатып алыуҙары системаһында бәләкәй эшҡыуарлыҡтың өлөшөн арттырыу.  

— Маҡсатыбыҙ — Башҡортостандың тотороҡло үҫешен дауам итеү. Бының өсөн беҙҙә барыһы ла: предприятиелар, сәнәғәт, белгестәр бар. Ресурстар ҙа етәрлек. Республикабыҙҙың финанс тәьминәте лә ышаныслы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Хөкүмәт ағзалары тыныс, һөҙөмтәле эшләргә тейеш. Һәммәһенең дә республиканың көрсөк ваҡытындағы ауырлыҡтарҙы кире ҡағыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә булыуын аңлап эшләүе зарур.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.