11 декабрь, Йәкшәмбе

20 февраль 2015 йыл, 12:49

Силәбе өлкәһендә популяр йырсы Ғәзим Шафиҡов һәм «Карауан» төркөмө сығыш яһаясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһе ҡалаларында Башҡорт дәүләт филармонияһының «Карауан» популяр эстрада төркөмөнөң гастролдәре дауам итә. Артистар 20 февралдә Һатҡы ҡалаһында, 21-дә — Йүрүҙәндә, 26-да Әшәлә сығыш яһаясаҡ.  

«Карауан» төркөмөнөң хәҙерге составында ике вокалист Эльмир Әбүбәкеров һәм Рөстәм Шаһыбалов, ҡурайсы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов, йәнле һөйләү жанры артисы Тимур Рамазанов, балет артисы Ильяс Ҡарабулатов, гитарасы Илдар Ғәниев, барабансы Фәнис Әхмәтшин, тауыш режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Анатолий Трофимов сығыш яһай. Артистар Силәбе өлкәһендә үтәсәк концерттар өсөн махсус рәүештә үҙҙәренең репертуарына татар һәм рус йыр-бейеүҙәрен дә индергән.

22 февралдә Силәбе ҡалаһының «Импульс» ял итеү үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың концерты була. Гастролдәр Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ла үтә.

Ғәзим Ильясовтың сығыштары һәр саҡ ҙур уңыш менән бара. Һуңғы йылдарҙа ул концерттар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы, ә һәр яңы альбомы ҙур ваҡиғаға әүерелә. Йырсының репертуарын лирик һәм философик йырҙар тәшкил итә.

Силәбелә үтәсәк концертта яңы альбомдағы, шулай уҡ халыҡ яратып тыңлаған «Ауыл көйө», «Гәлсәр бокалдар», «Кеше бәхете», «Аҡ мамыҡтар», «Һағыныу» йырҙары яңғыраясаҡ. Ғәзим Ильясовтың концерттары Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими Вәкиллеге булышлығында уҙғарыла.

темалар: концерттар