3 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2015 йыл, 12:03

Рөстәм Хәмитов: «Ватанды һаҡлаусылар көнө илебеҙ халҡына илһөйәрлек тойғоһо өҫтәй»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 19 февралдә Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе хәрби хәрәкәт ветерандарын, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, курсанттарҙы һәм республика халҡын байрам менән ҡотланы, шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Был ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы, ул Рәсәйгә тоғролоҡтарын эш менән иҫбатлаусы  кешеләрҙе берләштерә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Рәсәй армияһы халыҡ менән берҙәмлеге арҡаһында донъяла иң ҡеүәтлеләрҙән һанала.

Республика Башлығы Башҡортостан илдең Ҡораллы Көстәрен нығытыуға ҙур өлөш индерә тип билдәләне. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә белгестәр самолеттарҙың яңы двигателдәрен сериялы сығарыуға әҙерләнә, бишенсе быуын истребителдәре өсөн ҡулайлама төҙөүҙә ҡатнаша. Республикала ракета яғыулығы, вертолеттар, приборҙар, авиация һәм телекоммуникация ҡорамалдары етештерелә.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан хәрби частар йылдан-йыл юғары хәрби күнекмәләр күрһәтә. Республикала йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү системаһы уңышлы үҫешә. Һуңғы йылдарҙа республиканың хәрби комиссариаты саҡырылышҡа тиклемге әҙерлекте ойоштороу буйынса Үҙәк хәрби округында иң яҡшыларҙан һанала.

Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына айырыуса рәхмәт белдерҙе, улар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы шартттарҙа ҡаршы алһын өсөн республикала барыһы ла эшләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Төбәк етәксеһе Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарының ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеү халыҡтың гражданлыҡ-патриотик аңын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнай, тигән ышаныс белдерҙе.

– Был байрам илебеҙ халҡына илһөйәрлек тойғоһо өҫтәй. Ул йәштәрҙе беҙгә кәрәкле традицияларҙа тәрбиәләй. Еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Беҙгә берҙәмлек кәрәк. Ысын мәғәнәһендә берҙәм йәмғиәт булырға, бөйөк тарихыбыҙға таянырға тейешбеҙ. Илебеҙ граждандары лайыҡлы йәшәһен, илебеҙ үҫешһен, нығынһын өсөн тағы ла күберәк эшләү зарур. Шулай буласаҡ та, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Сара республика ижади коллективтарының һәм башҡарыусыларының байрам концерты менән тамамланды.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.