10 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2015 йыл, 10:43

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройҙары Владимир Алимов һәм Рафиҡ Ихсанов менән гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләрен тикшерҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 19 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Геройҙары Владимир Алимов һәм Рафиҡ Ихсанов менән осрашты. Осрашыуҙа яҡтар республикала гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Рафиҡ Ихсанов төбәк етәксеһенә 2015 йылдың ғинуарында республикала «Мин патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү төбәк йәмәғәт ойошмаһы булдырылыуы хаҡында һөйләне. Уның эшмәкәрлеге үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында социаль хәүефле күренештәрҙе иҫкәртеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыуға, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ, илһөйәрлек тойғоһо, илебеҙҙең милли традицияларына һәм тарихына хөрмәт тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ойошма Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәре командующийы, генерал-полковник Владимир Шаманов етәкселегендәге «Рәсәй Геройҙары ассоциацияһы» менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән.

Рафиҡ Ихсанов һәм Владимир Алимов Башҡортостандың патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт ойошмаларын «Мин патриот» базаһында берләштереү теләген белдерҙе. Был артабан Өфөлә Волга буйы федераль округының гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүҙең берҙәм үҙәген ойошторорға мөмкин буласаҡ. Рөстәм Хәмитов ошо идеяны хупланы һәм әлеге мәсьәләне Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле кимәлендә тикшерәсәге хаҡында белдерҙе.

Полковник Рафиҡ Ихсанов Башҡортостан Башлығына 20 февралдән 21-нә тиклем Өфөлә үтәсәк «Ватан Геройҙары вахтаһы» төбәк хәрби-патриотик акцияһы хаҡында ла һөйләне. Проект Рәсәй Президенты Хакимиәте һәм Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ярҙамында «Рәсәй Геройҙары ассоциацияһы» йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Акция барышында Геройҙар делегацияһының ил төбәктәренә сығыуы күҙаллана. «Вахта» сиктәрендә төбәк етәкселеге, ветеран ойошмалары менән осрашыуҙар уҙғарыла, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, кадет корпустарында Ҡаһарманлыҡ дәрестәрен үткәреү, иҫтәлекле урындарға, Ватан өсөн һәләк булған Геройҙарҙың ҡәберлектәренә сәскәләр һалыу ойошторола. Акция йәштәр араһында спорт ярыштарына ярашлы үткәрелә.