7 декабрь, Шаршамбы

19 февраль 2015 йыл, 17:59

Силәбелә тәүге тапҡыр Башҡортостан кинематографистарының фильмдары күрһәтеләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 февралдә Силәбелә тәүге тапҡыр Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан милли фильмдарҙы күрһәтәсәктәр.

Ҡаланың «Знамя» кинотеатрында башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә кино ҡарарға мөмкин буласаҡ. Башҡортостан кинематографистары «Башҡортостан» киностудияһының ҡыҫҡа метражлы фильмдарын тәҡдим итә: «Өйләнәм» (режиссеры —  Таңсулпан Бураҡаева), «Еңмеш» (режиссеры — Айнур Асҡаров), «Фирүзә муйынсаҡ» (режиссеры — Дилә Мөхәмәтйәрова). Бөтә фильмдар ҙа русса субтитрҙар менән бара.

Сараны ойоштороусы — Башҡорт йәштәре берләшмәһе. Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеге мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. Фильмдар көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.