11 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2015 йыл, 17:26

Башҡортостан делегацияһы — Ҡырымдың Белогорск районында

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Белогорск районына ярҙам күрһәтеүҙә Башҡортостан дәүләт власы башҡарма органдарының үҙ-ара килешеп эш итеүен ойоштороу буйынса оператив штаб етәксеһе Сергей Новиков етәкселегендәге республика делегацияһы рәсми визит менән Ҡырымға юлланды.

Сәфәрҙең төп маҡсаты — шефлыҡҡа алынған төбәккә социаль-иҡтисади ярҙам күрһәтеүгә йомғаҡ яһау.

19 февралдә ҡунаҡтар Зуя, Крымская Роза, Зыбин, Богатовка ауылдарындағы, шулай уҡ Белогорск ҡалаһындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль инфраструктура объекттарында буласаҡ. Визит сиктәрендә оператив штаб вәкилдәренең кәңәшмәһе үтәсәк һәм 2014 йылда уҙғарылған саралар буйынса ике яҡлы документҡа ҡул ҡуйыласаҡ.

Оператив штабтың мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостандан Белогорск районына гуманитар ярҙам йөҙөнән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм социаль яҡлау учреждениелары, ветеринар дауахана, йылҡы хужалыҡтары өсөн продукция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн махсус техника килтерелде, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәренә бүләктәр тапшырылды.

37 объект, атап әйткәндә, Крымская Роза ҡасабаһындағы «Розочка» балалар баҡсаһы, Чернополье ауылындағы табип амбулаторияһы, Белогорскиҙағы йорт һәм лицей төҙөкләндерелде.

Ауыл хужалығына ярҙам сиктәрендә Белогорск районында йәшәүселәр 15 комбайн һәм башҡа техника, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары 267 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары алды, районда «Центральная» МТС-ы филиалы асылды.