4 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2015 йыл, 16:06

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостандағы халыҡ-ара фестивалдә өс спектакль күрһәтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостанда үткән гастролдәрҙән ҡайтты. Ике аҙна дауамында өфөләр тамашасыларҙы «Һинд легендаһы», «Панчатантра» һәм «Урал батыр» спектаклдәре менән ҡыуандырҙы.

Ике республика араһында хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры XXVIII «Сурадж Кунд Мела» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Халыҡ кәсептәре һәм фольклоры фестивале 1 февралдән 15-нә тиклем Дели ҡалаһында үтте. Гастролдәрҙә 14 артист һәм 30-ҙан ашыу ҡурсаҡ ҡатнашты. Делегацияны театрҙың директоры һәм режиссеры Ильмар Әлмөхәмәтов етәкләне.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының «Урал батыр» исемле яңы спектакле ҡунаҡтарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әҫәрҙең күләмлелеге арҡаһында артистар Делиға спектаклдең өҙөгөн генә алып килгән, әммә шул фрагмент та тамашасыларҙа ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Төрлө жанрҙарҙың бәйләнеше, акробатик трюктар, лирик дуэттар ҡунаҡтарҙың күңел ҡылдарын сиртте. Театр актрисаһы Дилә Муллабаева башҡарыуындағы башҡорт халыҡ бейеүе тамашаға йәм өҫтәне.

Ҡурсаҡ театры менән Һиндостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1987 йылда уҡ танылған режиссер Павел Мельниченко «Рамаяна» эпосы нигеҙендә «Һинд легендаһы» спектаклен ҡуя. Тамаша эпостың тыуған иле Һиндостанда  ҙур уңыш ҡаҙана һәм Джавахарлал Неру исемендәге премияға лайыҡ була. Әлеге көнгә тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ошо наградаға лайыҡ булған Рәсәйҙәге берҙән-бер театр.