Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

2014 йылда Башҡортостанда тышҡы сауҙа әйләнеше 4,1 процентҡа кәмегән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

2014 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙы әйләнеше 13 миллиард 774,9 миллион доллар тәшкил иткән — был 2013 йылдағы күрһәткестән 4,1 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат, Волга буйы таможня идаралығы мәғлүмәттәренә таянып. Уларҙа Белоруссия һәм Ҡаҙағстан менән үҙ-ара сауҙа күләме иҫәпкә алынмай.

Былтыр республика 12,8 миллиард долларлыҡ тауарҙы экспортҡа оҙатҡан (2013 йылға ҡарата минус 4,2 процент), шул иҫәптән алыҫ сит ил менән экспорт операциялары суммаһы — 12,3 миллиард доллар.

Бер миллиард доллар тауар сит илдән һатып алынған (2013 йылға ҡарата минус 4,1 процент), шул иҫәптән алыҫ сит илдән индерелгән тауарҙар күләме 932 миллион доллар тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть