3 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2015 йыл, 14:53

Өфөнөң күп функциялы үҙәгендә ҡулланыусылар хоҡуҡтары буйынса бушлай консультация алырға мөмкин

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 20 февралдә Өфөнөң «Башҡортостан» сауҙа үҙәге биләмәһендәге күп функциялы үҙәктә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар ойошторола. Белгестәр менән көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем кәңәшләшергә мөмкин.

Акцияны ойоштороусылар — күп функциялы үҙәк һәм Өфө хакимиәтенең Халыҡҡа социаль ярҙам буйынса идаралыҡтың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бүлеге.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса һорауҙарҙы эш көндәрендә теләһә ҡайһы ваҡытта (347) 235-99-45, 232-83-22, 263-01-26 телефондары буйынса бирергә мөмкин. Ошо уҡ номерҙар буйынса йәшәү урыны буйынса ҡабул итеүгә яҙылырға була.