11 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2015 йыл, 13:33

Яҙ башында Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарының ирекмәндәр составы билдәле буласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 1 мартта Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында эшләйәсәк ирекмәндәрҙең составы билдәле буласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмө» автономлы коммерция булмаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.  

Әлеге ваҡытта ирекмәндәрҙе һайлап алыуҙың финал этабы — кандидаттар менән әңгәмәләшеү бара. Һәр кемгә үҙең хаҡында һөйләү, волонтерлыҡ тәжрибәһе һәм сит телде белеүҙе күрһәтеү өсөн 20 минут бирелә. Һорау алыусылар волонтерлыҡҡа кандидаттарҙың ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙҙәрен нисек тотоуына, уларҙың аралашыу күнекмәләренә һәм эш һөҙөмтәһе өсөн шәхси яуаплылыҡты аңлау кимәленә айырыуса иғтибар бирә.

— Әңгәмәләшеү — волонтер менән танышыуҙың шәп һәм һөҙөмтәле ысулы. Беҙ уға ниндәй эшмәкәрлек ҡыҙыҡлыраҡ булыуын аңлар өсөн  күнекмәләре һәм ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында һорашабыҙ, — тип билдәләй «Волонтер-2015» программаһы етәксеһе Диана Вәлиева.

Кандидаттар менән әңгәмәләшеүҙәр 22 февралгә тиклем үткәрелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ШОС һәм БРИКС саммиттарында волонтер булараҡ ҡатнашыуға 9500 кеше ғариза биргән, шуларҙың 2000-дән ашыуы уҡыуҙар үткән. Өфөләге халыҡ-ара саммиттарҙа эшләү өсөн 500 ирекмән кәрәк.