3 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2015 йыл, 10:40

Рөстәм Хәмитов: «Салауат Юлаев»ты финанслау сығанаҡтары табылды»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. «Урал» хәйриә фондының спонсорлыҡ проекттарын туҡтатыуға бәйле «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслау өҙөлмәй. Ул артабан да бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов балалар спортын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә йомғаҡтары буйынса белдерҙе.

— Мин көйәрмәндәрҙе хәүеф өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ тип тынысландыра алам. «Салауат Юлаев»ты финанслау сығанаҡтары табылды. Ресурстар бар. Хәҙер барыһы ла беҙҙең яҡтан һәм «Урал» фонды яғынан формаль килешеүгә ҡайтып ҡала. Йәки «Урал» фонды клубтың генераль спонсоры статусынан сығырға, был эште тамамларға тейеш, — тине төбәк етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «Салауат Юлаев» хоккей клубының спонсоры сифатында сығыш яһарға әҙер ҙур  компаниялар менән һөйләшеп килешелгән.

— Улар Башҡортостанда эшләүсе компаниялар. Федераль структураларҙың бүлендек компаниялары бар. Бөгөн ошо өлкәлә финанслау менән проблемалар булмаясаҡ, — тип хәбәр итте республика Башлығы.

Нигеҙҙә «Урал» фонды вәкилдәре ингән хоккей клубы идараһы ла үҙгәртеп ҡороласаҡ.  Фондтың башҡа проекттарына ла төбәк властары ярҙам итәсәк.

Башҡортостан Башлығы «Салауат Юлаев» клубы уйынсыларына мөрәжәғәт итеп, уларҙы артыҡ борсолмаҫҡа саҡырҙы.