9 декабрь, Йома

19 февраль 2015 йыл, 9:44

Башҡортостанда балалар спортын үҫтереү программаһы әҙерләнә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Яҡын арала Башҡортостанда күмәк балалар спортын үҫтереү буйынса программа ҡабул ителәсәк. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Олимпик Парк» тау саңғыһы комплексында үткән кәңәшмә йомғаҡтары буйынса белдерҙе.

— Башҡортостанда 107-гә яҡын спорт төрө үҫешә. Уларҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле. Беҙ күмәк балалар спортын үҫтереү буйынса махсус программа әҙерләү хаҡында һөйләштек. Ай ярымдан уны тикшерәсәкбеҙ, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов.  

Уның һүҙҙәренсә, программаны әҙерләү барышында уны финанслау мәсьәләһенә айырыуса иғтибар биреләсәк.

— Бөтә йүнәлештәр буйынса ла финанс ресурстарының етмәүе асыҡланды. Бөгөнгө көндәге балалар спортын үҫтереү буйынса программа аҡса менән нығытылмаған. Спорттың бер нисә төрөндәге хәлдәрҙе тикшергәндән һуң шундай ҡарар ҡабул иттек. Март аҙағында республика кәңәшмәһендә балалар спорты мәсьәләһен тикшерәсәкбеҙ, финанслау сығанаҡтарын, перспективалы йәштәрҙе республикала ҡалдырыу буйынса эште билдәләйәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Ошондай программа әҙерләнәсәк һәм ҡабул ителәсәк, иң мөһиме — ул финансланасаҡ. Бөгөндән республика Хөкүмәте һәм Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығындағы коллегаларым әлеге эште башлаясаҡ.