7 декабрь, Шаршамбы

18 февраль 2015 йыл, 17:51

Республика Хөкүмәтендә дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үтте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәтендә госпиталдәрҙе дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм фармацевтика баҙарында хаҡтарҙың артыу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Фармацевтика предприятиелары һәм дәүләт структуралары вәкилдәре ҡатнашлығындағы кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендә уҙҙы.

«Дүрт ай эсендә ҡайһы бер дарыуҙарға хаҡтар 10-15 процентҡа күтәрелде. ОРВИ һәм киҙеүҙе профилактикалау препараттарының уртаса хаҡы өс процентҡа артты. Ваҡлап һәм күмәртәләп һатыусылар уйланылған сәйәсәт алып барһын ине», — тип мөрәжәғәт итте кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға вице-премьер. Салауат Сәғитов һүҙҙәренсә, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы төбәктәргә һатып алыуҙы үҙәкләштереү, тәьмин итеүселәр менән оҙайлы ваҡытҡа ҡаралған килешеүҙәр төҙөү, йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар өлөшөн арттырыу бурыстарын ҡуйҙы.

Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды етәксеһе Алексей Меньшиков хәбәр итеүенсә, 2014 йылда дәүләт медицина учреждениеларын дарыуҙар, медицина изделиелары менән тәьмин итеү сығымдары 2012 йыл менән сағыштырғанда 50 процентҡа тиклем артҡан. Һатып алыуҙа импорттың өлөшө — 66 процент.

Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды мәғлүмәттәре буйынса, бер үк ваҡытта республиканың төрлө төбәктәрендә түбәндәге минималь һәм максималь хаҡтар теркәлгән (йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлегенә инмәгән препараттар):

левомиколь, мазь 22 — 171 һум

папаверин, ампула  2% 17 — 160

спазган, таблеткалар  №20 45 — 350

«зеленка», флакон 10 мл 7 — 50

диоксидин 1%, 10 мл №10 179 — 718

циннаризин, таблеткалар №50 11 — 44

пикамилон, таблеткалар №30 42 — 68.

Росздравнадзор идаралығы етәксеһе Динара Гашимова 2015 йылдың 1 мартынан йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге 608-гә тиклем киңәйтелә, шулай уҡ яңы хаҡтар билдәләнәсәк тип хәбәр итте. 1 июлдән ведомствоға фармацевтика учреждениеларын прокуратура менән килешмәйенсә тикшереү хоҡуғы бирелә. «Һеҙ коммерция менән шөғөлләнәһегеҙ, ләкин әлеге мәлдә бизнестың социаль яуаплылығы тулы кимәлдә асылырға тейеш», — тип иҫкә төшөрҙө идаралыҡ етәксеһе.

«Фармленд» селтәренең директор урынбаҫары Дмитрий Чувилин пенсионерҙар араһында популяр булған БАД-тарға хаҡтарҙың һиҙелерлек артыуы ҡиммәтләнеү тәьҫире ҡалдырҙы тигән фекер белдерҙе. «Аптекалар хаҡтарҙы көйләй, әммә дөйөм алғанда, ваҡлап һатыу хаҡы  дистрибьютор хаҡтары нигеҙендә ҡуйыла».

«Катрен» күмәртәләп һатыу компанияһының коммерция директоры Антон Гурьянов әйтеүенсә, «ошо көндәрҙә Францияның билдәле концерндарының береһе һатыу хаҡтарының 40 процентҡа артыуы хаҡында белдерҙе. Был ҡулланыусыларҙа сағылыш табасаҡ. Хәҙер беҙ минуслы өҫтәмә хаҡлы продукция менән тәьмин итәбеҙ».