Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда туристик ресурстар реестры булдырылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда төбәктең туристик ресурстар реестры эшләй башланы. Ул туристик ресурстарҙы берҙәм иҫәпләү һәм улар менән идара итеүҙе камиллаштырыу, республика туриндустрияһының мәғлүмәти ярҙамын яҡшыртыу өсөн булдырыла. Был турала Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Реестр Рәсәй һәм халыҡ-ара баҙарҙа төбәктең туристик потенциалын үҫтерергә, туристик хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Реестр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты сайтында урынлаштырылған. Шулай уҡ ҡулланыусыларға республиканың туристик порталы ла тәҡдим ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть