9 декабрь, Йома

18 февраль 2015 йыл, 16:02

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә проблемаларҙы һөҙөмтәле хәл итергә кәрәк — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан штабы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы эшен ентекле анализлай башланы.

Медицина өлкәһендәге төп мәсьәләләр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының федераль форумы майҙансығына сығарыла, уны үткәреү йәй башына билдәләнгән. Форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнаша.

— Беҙҙе бурыс — ошо өлкәләге төп проблемаларҙы билдәләү, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова «Социаль ғәҙеллек» эшсе төркөмө ултырышында. — Иң мөһиме — тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән өс-дүрт темаға туҡталыу.

Ултырышта медикаменттарға хаҡтарҙы арттырыу, поликлиникаларҙа инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү, ауыл дауаханаларын ябыу, шулай уҡ ҡиммәтле ҡорамалдарҙы медицина учреждениеларына оптималь бүлмәү мәсьәләләре күтәрелде.

«Социаль ғәҙеллек» эшсе төркөмөнөң эксперт берләшмәһе фекеренсә, республикала медицина ҡорамалдарын һатып алыуҙы дөрөҫ планлаштырмау осраҡтары йыш күҙәтелә. Шундай хәлдәр ҙә була: дауаханала профессиональ кадрҙар эшләй, яңы ҡорамалдар ҡуйылған, әммә пациенттар юҡ.

— «Социаль ғәҙеллек» программаһын бойомға ашырғанда ошоға оҡшаш хәл килеп тыуҙы, — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. — Уға ярашлы, мәктәптәргә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар тыуҙырыуға ике миллион һум бүленә. Бүленгән аҡса менән уҡыу йортоноң директоры эш итә, ул мәктәпкә пандустар ҡуйыу менән генә сикләнә. Ҡалған 1,8 миллион һум күп осраҡта бинаны ремонтлауға китә. Проблема аҡсаның юҡлығына түгел, ә уларҙы һөҙөмтәһеҙ файҙаланыуға ҡайтып ҡала. Был һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә ҡағыла.

Һаулыҡ һаҡлау буйынса махсуслаштырылған форум уҙғарыу идеяһын  Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим итте.