9 декабрь, Йома

18 февраль 2015 йыл, 15:05

Башҡортостанда Йәшелсәселәр союзы ойошторола

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлия Антипина/. Башҡортостанда республиканың йәшелсәселәр союзы булдырыла. Был хаҡта кисә Ҡырмыҫҡалы районында үткән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин рәйеслегендәге йәшелсәселекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика кәңәшмәһендә билдәле булды.

Ойошма составына төбәктең алдынғы йәшелсәселек хужалыҡтары етәкселәре инде. Рәйес итеп элегерәк БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары һәм Хөкүмәт Аппаратының аграр мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе вазифаларын биләгән Артур Ноғоманов һайланды.

Коммерция булмаған ойошма йәшелсә үҫтереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарҙы берләшергә саҡыра. Берекмә власть органдарында уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.

— Башҡортостанда яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, бөтә илдә таратырлыҡ һәйбәт тәжрибә туплаған предприятиелар бар, — тине Рәсәй Йәшелсәселәр союзы президенты Сергей Королев. — Бөгөн илдә эске баҙар күберәк етештерергә, үҙеңде тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек биргән хәл килеп тыуҙы. Хәҙер асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта йәшелсәселек менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарға һәм инвесторҙарға дәүләт ярҙамын күрһәтеү мәсьәләһе тора.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йәшелсә үҫтереүҙең артыуы билдәләнә. Әгәр 2010 йылда төбәктә 255 мең тонна йәшелсә үҫтерелһә, 2014 йылда шул уҡ майҙандарҙа — 350 тонна.