7 декабрь, Шаршамбы

18 февраль 2015 йыл, 14:08

Республикала «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында минең ғаиләм» иншалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһе «Ныҡлы ғаилә» федераль партия проекты сиктәрендә Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү алдынан уҙғарылған «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында минең ғаиләм» иншалар конкурсының республика этабына йомғаҡ яһаны, тип хәбәр итә ER.RU. Конкурстың төбәк этабы 2015 йылдың 28 ғинуарынан 11 февралгә тиклем үткәрелде.

— Ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Бөтә эштәр ҙә еңеүгә лайыҡ, шуға күрә комиссия ағзаларына еңелдән булманы. Республиканан меңгә яҡын эш тәҡдим ителде. Конкурста 1-11 класс уҡыусылары ҡатнашты, — тип һөйләй комиссия ағзаһы, «Ныҡлы ғаилә» партия проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы Альвина Сәғитова.

Конкурс комиссияһы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбатталов республикала рухи һәм әхлаҡи быуындар күсәгилешлеге һаҡлана, сөнки Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү илдең төп ҡиммәттәренең береһе булып тора тип билдәләне.

Конкурс йомғаҡтары буйынса биш еңеүсе һайлап алынды, уларҙың иншалары Дәүләт Думаһында һәм ҡайһы бер дәүләт учреждениеларында, министрлыҡ һәм ведомстволарҙа артабан презентациялау өсөн «Ныҡлы ғаилә» проектының Федераль дирекцияһына ебәрелде.

Конкурс еңеүселәре: Татьяна Каргина (102-се башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһы, 3 класс), Диана Сәлимова (И.Ш.Мөҡсинов исемендәге гимназия, Яңауыл ҡалаһы, 5 класс), Милана Рамазанова (4-се мәктәп, Өфө ҡалаһы, 7 класс), Людмила Мишустина (Советтар Союзы Геройы Н.Т.Антошкин исемендәге 1-се гимназия, Күмертау ҡалаһы, 9 класс), Анна Евдокимова (46-сы лицей, Өфө ҡалаһы, 11 класс).