Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Талантлы журналист Айтуған Минһажетдинов арабыҙҙан китте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

17 февралдә билдәле журналист Айтуған Минһажетдинов 43-сө йәшендә вафат булды.

Айтуған Минһажетдинов 1972 йылдың 4 авгусында фольклорсы-ғалим Марат Минһажетдиновтың ғаиләһендә тыуған. 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Студент йылдарында уҡ яҙыша башлай, гәзит сығара. «Шоңҡар» журналы, «Аргументы и факты» гәзите редакциялары, БР Президенты хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре була. 1995 йылдан өҙөклөктәр менән Башҡортостан телевидениеһының Яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләй.

— Айтуған ижтимағи-сәйәси, социаль, иҡтисади темаларға шәп репортаждар эшләй торғайны. Яҡшы дуҫ, шат күңелле кеше ине, — тип хәбәр итте «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров.

— Ул редакциябыҙҙың иң әүҙем журналисы булды. Ҡалала тыуып үҫкәнлектән, күп белә торғайны. Теләһә ниндәй мәғлүмәттән шәп мәҡәлә яҙа ине, — тип иҫкә ала элекке йылдарҙа мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән журналист Илдар Хөббөтдинов. — Уға иң яуаплы ваҡиғаларҙы, рәсми кешеләрҙең килеүен, ҙур ижтимағи-сәйәси сараларҙы яҡтыртыуҙы ышанып тапшыра инеләр. Айтуған республика райондары буйлап күп йөрөнө. Ул аралашыусан кеше булды, шаяртырға яратты.

Айтуған Минһажетдиновтың улы тороп ҡалды, әлеге көндә ул әрме сафында хеҙмәт итә. Журналист менән хушлашыу кесаҙна, 19 февралдә, иртәнге сәғәт 11-ҙә Телеүҙәк бинаһында үтә (Ғафури урамы, 9).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть