11 декабрь, Йәкшәмбе

18 февраль 2015 йыл, 12:16

2014 йылда Башҡортостанда пенсионерҙар һаны 15,9 мең кешегә артҡан

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар баштарына Башҡортостанда 1123,1 мең пенсия алыусы теркәлгән. Уҙған йылда уларҙың һаны 15,9 мең кешегә артҡан, тип хәбәр итте Башҡортостанстат, Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә таянып.

Шуларҙың 1023,5 меңе хеҙмәт пенсияһына хоҡуҡлы: ҡартлыҡ буйынса (925 мең), инвалидлыҡ буйынса (44,6 мең) һәм ҡараусыһыҙ ҡалған осраҡта (53,9 мең). Ҡалғандар дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия ала.

Ғинуар баштарына Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме айына 10286,9 һум тәшкил итә (бер йыл элек — 9437,8 һум). Ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы — айына уртаса 10895,2 һум (9712,7).