7 декабрь, Шаршамбы

18 февраль 2015 йыл, 11:55

Башҡорт дәүләт драма театрында «Ҡаһым түрә» спектакленең премьераһы буласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 һәм 22 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында «Ҡаһым түрә» спектакленең премьераһы буласаҡ. 17 февралдә театрҙың  художество етәксеһе Олег Ханов, актерҙар, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров менән Алмас Әмиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Спектакль тарихи шәхескә — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полкының легендар командиры, полководец Ҡаһым Мырҙашевҡа арналған.

— Беҙ ошо геройҙың образына күңел ҡушыуы буйынса мөрәжәғәт иттек. Был Ватанға, тыуған ергә һөйөү хисе. Һәммәбеҙ ҙә Ваҡытты үҙебеҙ аша үткәрәбеҙ. Ҡаһымды һуғышҡа китергә, полкка етәкселек итергә, ғәҙел көрәшергә нимә мәжбүр итә һуң? Шул һуғышта 500 кешенән торған 28 башҡорт полкы ҡатнаша. Беҙ ошо рухты, асылды тамашасыға еткерергә тейеш, — ти режиссер Олег Ханов.

Стәрлетамаҡ драматургы Хәмит Ирғәлин күренекле башҡорт яҙыусыһы Баязит Бикбайҙың драмаһына заманса һулыш биргән: яңы текст яҙған, геройҙарға психологизм өҫтәгән. Шул арҡала уларҙың образы сағыуыраҡ, асығыраҡ булып киткән һәм күбеһе яңы кимәлгә күтәрелгән.

Ҡаһым түрә ролендә — Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров.

Спектаклдең рәссамы — Альберт Нестеров, композиторы — Урал Иҙелбаев, балетмейстеры — Сулпан Асҡарова.