5 декабрь, Дүшәмбе

18 февраль 2015 йыл, 10:51

Әҙәбиәт йылында Өфөлә «Бында уҡыйҙар!» акцияһын үткәрергә тәҡдим ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Әҙәбиәт йылында баш ҡалала «Бында уҡыйҙар!» акцияһын ойошторорға тәҡдим ителде. Был хаҡта 17 февралдә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советында ведомство етәксеһе Борис Мелкоедов белдерҙе.

— Кешеләр кафе, автовокзал, һаулыҡ һаҡлау йәки дәүләт хеҙмәттәре учреждениеларында күп ваҡытын көтөп уҙғара. Беҙ йәмәғәт урындарында китап кәштәләрен ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ, — тине Борис Мелкоедов.

Мини-китапханалар ҡала халҡының китаптарынан торасаҡ тип күҙаллана.

— Китапханалар китап йыйыу пункттарының береһе буласаҡ тип уйлайбыҙ. Ҡала халҡы төрлө баҫмалар килтерә, китап уҡыусыларға теләктәрен ҡалдыра ала. Йомғаҡлау сараһында акцияның иң яҡшы ҡатнашыусылары бүләкләнәсәк, — тип билдәләне БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе.

Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, хәҙер кәштәләр, фирма стикерҙары һәм сайт әҙерләүҙә ярҙам итеү өсөн партнерҙар табырға кәрәк.