Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслауҙы үҙ өҫтөнә аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслауҙы «Урал» хәйриә фондының спонсоры «Урал-Инвест» 70,7 миллиард һумлыҡ суд процесында еңелгәндән һуң республика властары дауам итәсәк. Был хаҡта 17 февралдә «РИА Новости» мәғлүмәт агентлығына республика башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиев хәбәр итте.

Бынан алда Мәскәүҙең Арбитраж суды «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Урал-Инвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән 70,7 миллиард һумлыҡ зыянды түләттереү тураһында дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Шишәмбе көндө «Урал» хәйриә фонды фондтың «Салауат Юлаев» һәм «Торос» (Нефтекама) хоккей клубтарын финанслауҙы үҙ эсенә алған программаны ғәмәлгә ашырыу туҡтатылыуы хаҡында иғлан итте.

— Башҡортостан Республикаһы Башлығы кимәлендә «Салауат Юлаев» хоккей клубын һәм «Урал» хәйриә фонды башлаған башҡа төҙөлөштәрҙе һәм проекттарҙы финанслауҙы дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был Рөстәм Хәмитовтың принципиаль ҡарары, ул төбәк халҡы өсөн хоккей ҙур әһәмиәткә эйә тип иҫәпләй, тип һөйләне Артем Вәлиев «РИА Новости» агентлығына.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть