8 декабрь, Кесе йома

17 февраль 2015 йыл, 17:41

Баш ҡалала Николай Инякин исемендәге халыҡ ҡоралдарында уйнаусыларҙың музыка фестивале үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө сәнғәт училищеһында Николай Инякин исемендәге халыҡ ҡоралдарында уйнаусыларҙың музыка фестиваленә ғаризалар ҡабул ителә. Сара 18 апрелдә уҙа.

Фестивалдең маҡсаты — халыҡ ҡоралдарында уйнаусыларҙың профессиональ оҫталығын камиллаштырыу һәм ижадын үҫтереү, халыҡ ҡоралдары сәнғәте өлкәһендә башҡорт композиторҙары ижадын пропагандалау, һәләтле балаларҙы асыҡлау, педагогик тәжрибә менән уртаҡлашыу, халыҡтың киң ҡатламында халыҡ инструменттарын популярлаштырыу.

Фестиваль Өфө, республика балалар музыка мәктәбе һәм сәнғәт мәктәбе уҡыусылары араһында аккордеон, баян, балалайка, гитара, думбыра категориялары буйынса ойошторола. Ҡатнашыусыларҙәң йәше — 11-16 йәш. Жюри составында — халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, урта махсус музыка уҡыу йорттары уҡытыусылары.

Фестиваль хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт Өфө сәнғәт училищеһының рәсми сайтында бирелгән.