4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2015 йыл, 10:13

Өфөлә режиссер Айнур Асҡаров «Әсә» фильмын тәҡдим итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Кинопростор» комплексында «Әсә» тип аталған яңы нәфис фильм күрһәтелде. Фильмдан һуң йәмәғәтселек вәкилдәре, әҙәбиәтселәр үҙҙәренең фекерен белдерҙе, ә кино төшөрөүселәр журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Ярты сәғәтлек фильм «Аркайым продакшн» студияһы тарафынан төшөрөлгән. Режиссер Айнур Асҡаров «Еңмеш» һәм «Бал әсеһе» исемле эштәре менән республикала киң билдәле. Сценарийҙы драматург Шәүрә Шәкүрова «Саҡ менән Суҡ» боронғо төрки эпосына нигеҙләнеп яҙған.

Фильмдың төп героиняһы Шәүрәне бәләкәй сағында уҡ әсәһе ташлап киткән. Ул кейәүгә сығырға хыяллана, әммә уға игеҙәк улдары Руслан менән Арслан ҡамасаулай. Үҙенең ҡарғышы арҡаһында балаларын мәңгелек ғазаптарға дусар итә яҙа.

— Донъя мәҙәниәтендә әсә ҡарғышын алыу мөмкин түгел тиелһә лә, беҙ быны эшләп ҡараныҡ. Минең өсөн иң мөһиме — героиняға өмөт биреү, — тип һөйләне Шәүрә Шәкүрова.

Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла актерҙарҙың оҫта уйнауын билдәләне. Игеҙәктәрҙе Йылайыр районынан Айгиз һәм Нургиз Таҡаловтар, Шәүрәне Башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы Юлиә Ғәләүетдинова, Ританы актриса һәм телевидение алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова, олатай ролен популяр актер һәм режиссер Азат Йыһаншин башҡарған.

«Әсә» фильмы 2014 йылда биш миллионлыҡ президент грантына лайыҡ булды. Картинаның жанрын режиссер мистик драма тип билдәләгән. Фильм рус теленә лә тәржемә ителгән.

Тиҙҙән фильм Өфө һәм республика кинотетрҙарында прокатҡа сыға. Уны Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Белорет, Баймаҡ, Сибай ҡалалары халҡы ҡараясаҡ. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова хәбәр итеүенсә, прокаттан һуң уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла күрһәтәсәктәр.

темалар: кино