11 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2015 йыл, 16:18

2014 йылда Өфө сәнәғәт етештереүе күләмен 1,4 процентҡа арттырҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2014 йылда Өфөнөң сәнәғәт етештереүе күләме 1,4 процентҡа артты. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә мэрияның сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе Александр Зарубин хәбәр итте.

2014 йылда ҡаланың сәнәғәт предприятиелары 637 миллиард һумлыҡ тауар оҙатҡан һәм эш башҡарған, был ғәмәлдәге хаҡтарҙа 2013 йылғы күрһәткестән 10 процентҡа күберәк. Өфө оҙатылған продукция күләме буйынса Волга буйы федераль округында беренсе, миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө урынды биләй.

Төрлө милек формаһындағы 163 ҙур һәм урта предприятие Өфөнөң сәнәғәт комплексын тәшкил итә. Шуларҙың 138-е — эшкәртеү производстволары, 15-е — электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү, 10-һы файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһендә мәшғүл.

2014 йылдың аҙағына Өфө сәнәғәтендә 81,5 мең кеше эшләгән.

темалар: сәнәғәт