3 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2015 йыл, 15:22

Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең кредит сығымдарын ҡаплауға 1,12 миллиард һум аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанға ауыл хужалығына 2015 йылда ярҙам күрһәтеү өсөн дөйөм күләме 1,12 миллиард һумлыҡ субсидия бирелә. Тейешле күрһәтмәләр Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.

Республикаға хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына кредит буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға 180,8 миллион һум аҡса бүленә. Башҡортостанға үҫемлекселекте үҫтереү, үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеүгә һәм һатыуға ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға 488,8 миллион һум бирелергә тейеш. Тағы 454,5 миллион һум малсылыҡты үҫтереү, малсылыҡ продукцияһын эшкәртеүгә һәм һатыуға ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса ошоға оҡшаш маҡсатта тотоноласаҡ.

Йомғаҡлап әйткәндә, 2013-2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү дәүләт программаһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында 35,7 миллиард һумлыҡ субсидиялар бүленә.