8 декабрь, Кесе йома

17 февраль 2015 йыл, 13:20

Ипотека торлаҡ кредиты биреү буйынса агентлыҡ тәү сиратта мохтаж ғаиләләргә ярҙам итәсәк — Дәүләт ДумаҺы депутаты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Ипотека торлаҡ кредиты биреү буйынса агентлыҡ ипотека кредитын алыусыларға ярҙам йөҙөнән аҡса бүлгән саҡта тәү сиратта социаль дефолтҡа яҡын ғаиләләргә булышлыҡ итергә тейеш. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк ревизия комиссияһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Климов шундай фекер белдерҙе.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының федераль порталы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ипотека түләгән осорҙа ауыр финанс хәлендә ҡалған граждандарға булышлыҡ итеү өсөн Ипотека торлаҡ кредиты биреү буйынса агентлығы структуралары аша 4,5 миллиард һум аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул иткән.

— Тәү сиратта айырыуса мохтаждарға ярҙам итеү дөрөҫөрәк буласаҡ, — тип билдәләне Виктор Климов. — Үҙгәргән шарттар түгел, ә ғаиләнең социаль дефолт кимәленә яҡынлығы ярҙам күрһәтеү критерийы булырға тейеш.

Парламентарий һүҙҙәренсә, халыҡҡа иғлан ителгән сумма граждандарҙың ипотекаға бәйле проблемаларын хәл итеү өсөн етмәйәсәк. Был хаҡта банк берләшмәһе вәкилдәре лә бер нисә тапҡыр белдерҙе.