6 декабрь, Шишәмбе

17 февраль 2015 йыл, 12:18

Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан Хөкүмәте гидротехник ҡоролмаларҙы, күперҙәрҙе, коммуналь-энергетика селтәрҙәрен, инженерлыҡ коммуникацияларын яҙғы ташҡынға әҙерләү тураһында бойороҡ сығарҙы.

Документ менән ташҡынға ҡаршы комиссия составы раҫланды, уны вице-премьер Марат Мәһәҙиев етәкләй. Республика биләмәһендә яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планы һәм һыу ташыуға контроллек итеүҙең план-графигы ҡабул ителде.

Ташҡынға ҡаршы әҙерлек эштәре өсөн яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволар боҙ китеү, йылғаларҙың ташыуы, халыҡты яҡлау һәм һыу баҫҡан биләмәләрҙә матди ҡиммәттәрҙе һаҡлауға бәйле сараларҙы ойоштороу буйынса тейешле тәҡдимдәр алды.