5 декабрь, Дүшәмбе

17 февраль 2015 йыл, 11:36

Салауат Бәхтиәров — Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Эльвира Латипова/. Өфөнөң Совет районы хакимиәтен етәкләүсе Салауат Бәхтиәров Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Ведомство башлығының яңы урынбаҫары ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәге тураһында әлегә билдәле түгел.

Салауат Бәхтиәров Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2007 йылдан алып Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы. Ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.