6 декабрь, Шишәмбе

17 февраль 2015 йыл, 11:04

Башҡортостан уҡыусыһы — «Артек»тың иң яҡшы логотибы Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәр иҫәбендә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Дыуан районының Рухтин ауылынан Екатерина Манкевич «Артек»тың иң яҡшы логотибы Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яуланы.

Ижади бәйге халыҡ-ара балалар үҙәгенә 90 йыл тулыу алдынан ойошторолған. Сара 2015 йылдың июнендә уҙа. «Артек» етәкселеге логотипты билдәле дизайнер фирмаларына заказ биреп эшләтергә түгел, ә илдәге балалар араһында асыҡ конкурс уҙғарырға ҡарар итте. Беренсе канал менән берлектә үткәрелгән ярышта 9-16 йәшлек йәш рәссамдар ҡатнашты.

Лагерҙың рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, ойоштороу комитетына донъяның һигеҙ иленән 1700 эш килгән. Авторҙар күп ҡыҙыҡлы идеялар тәҡдим иткән, уларҙың һүрәттәрендә «Артек» менән бәйле төрлө ассоциациялар сағылыш тапҡан. Жюри эштәрҙә иң йыш ҡулланылған символдарҙы билдәләү бурысын ҡуйған, сөнки яңы логотип балаларҙың «Артек» менән бәйле ассоциацияларының дөйөмләштерелгән образы булырға тейеш. Ошо маҡсаттан сығып, баһалама ағзалары бер нисә ассоциатив төркөмдәрҙе билдәләне, эштәрҙе һайлап алыу һөҙөмтәһендә биш уҡыусы финалға сыҡты.  

Улар араһында Дыуан районынан һигеҙенсе класс уҡыусыһы ла бар.

— Конкурс хаҡында Беренсе канал яңылыҡтарынан белеп ҡалдым. Мин диңгеҙҙе бик яратам, шуға ҡатнашырға булдым. Пионер усағы эргәһенә йыйылған 10 дружинаны төшөрҙөм. Эшемде баһалағандары өсөн бик шатмын, — тип һөйләне Екатерина Манкевич.

Яҡын көндәрҙә Мәскәүҙә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтә.

Иң яҡшы эш авторҙарына «Артек»ка путевка тапшырыласаҡ, ә еңеүсе лагерға юбилей ваҡытында бара аласаҡ.

Бынан тыш, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Артек» төркөмөндә лә тауыш биреү ойошторолдо. Уның йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйған 90 эш билдәләнде. Иң яҡшы һүрәттәр дипломдар менән бүләкләнәсәк, шулай уҡ «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәге  автобустары борттарына төшөрөләсәк.