10 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2015 йыл, 9:37

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының февраль һаны йырсылар һәм эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында бәйән итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 2015 йылдағы икенсе һаны донъя күрҙе. Февраль һанына күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ.

«Яныбай Хамматовтың фәрештәләре» тигән баш аҫтында билдәле әҙиптең тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата уны иҫән сағында ҡәҙерләгән һәм үҙе үлгәс тә яҡты хәтерен һаҡлап, ижадын киң ҡатлам уҡыусыларға еткергән, тәржемә иткән гүзәл заттар – ҡатыны, ҡыҙы һәм ейәнсәре хаҡында. Мәҡәлә Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы Хамматованың ижад һәм күңел донъяһына сәйәхәт рәүешендә яҙылған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш кардиологы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Ирина Николаева менән әңгәмә «Йөрәк менән шаярмайҙар» тип атала.

Нурия Килмөхәмәтованың «Алатау ҡыҙы Флүзә» тип исемләнгән мәҡәләһе Ишембай районы Ҡолғона ауылынан сыҡҡан ябай ҡыҙҙың нисек итеп ҙур вазифаларға үрләүе һәм ҡаҙаныштарға өлгәшеүен һөйләй. Һүҙ – «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең акционер капиталы һәм мөлкәте идаралығы етәксеһе Флүзә Хәсәнова хаҡында.

Роза Аккучукова – ике быуат киҫемендәге башҡорт йырсылары араһында иң билдәлеләренең береһе. Уның тормош һәм ижад юлы хаҡындағы мәҡәлә лә «Башҡортостан ҡыҙы»ның февраль һанында донъя күрә.  

Февраль һанының тышлығын наҙлы, өлгөр ҡыҙ Ынйы Иҙелбаева биҙәй. Яҙыусылар нәҫеле ебен дауам иткән был һылыуҙың маҡсаттары ныҡлы, ниәттәре изге. Уның менән һеҙҙе журналда Гөлнара Хәлфетдинова таныштырыр. Журналист Альмира Кирәеваның мәҡәләһе Стәрлетамаҡ ҡалаһының билдәле эшҡыуары «Гөлинур» затлы тундар хужабикәһе, йомарт хәйриәсе, тынғыһыҙ йәмәғәтсе Гөлинур Янсаева хаҡында.

«Атайлы бала арҡалы» рубрикаһында фронтовик яҙыусы Әмир Моратовтың ҡыҙы Гөлсирә Иҙрисова ҡәҙерле атаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

«Башҡортостан ҡыҙы»ның февраль һанында республика әҙиптәренең әҫәрҙәре баҫылған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың шиғри шәлкеме гүзәл затҡа һоҡланыу, уны яратыу менән мөлдөрәмә. Шиғриәтебеҙҙең сағыу йондоҙо Тамара Ғәниева һуңғы осорҙа проза өлкәһендә лә бил нығыта. Әҙибәнең «Серле көршәк» тип аталған хикәйәһе журнал уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ.

«Ғүмер бүләк итәм», «Ҡаршы сығып ал», «Әсәйемдең аҡ күлдәге», «Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең», «Тарат әле моңһоу уйҙарымды» китаптары аша замандашыбыҙҙың зиһененә үтеп ингән яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов  менән әңгәмә лә ғаиләләге татыулыҡты нисек булдырырға, нисек ысын ир-егет тәрбиәләргә тигән көнүҙәк һорауҙарға арналған.

Журналда «Ҡорамасылар бәйге»һенә ебәрелгән эштәрҙең сағыу һүрәттәре лә урын алған. «Йөрәк дәрестәре» рубрикаһында йәр һайлау нескәлектәренә төшөнөргә мөмкин. «Ҡулыңдан һөйөн» рубрикаһында эшлекле ханымдарға Сайма Хәсәнова тәҡдим иткән күлдәк өлгөләре бирелә. Көршәктә бешерелгән аштар тәмле лә, файҙалы ла. Уларҙы әҙерләү серҙәре хужабикәләрҙең хәтер янсығына ярап ҡалыр.

Февраль һанында «Башҡортостан ҡыҙы» үткәргән лотерея йомғаҡтары ла баҫыла. Телевизор, мультибешергес, фен, үтек, һәм баҫмаға ярты йыллыҡ яҙылыуҙы отҡан уҡыусыларыбыҙ исемлектә үҙҙәрен күреп һөйөнөр тип ышанабыҙ, тип хәбәр итте журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева.