Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яңы эске эштәр бүлеге асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Октябрьскийҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡала бүлегенең яңы административ бинаһын асыу тантанаһы уҙҙы. Уны асыуҙа Октябрьскийға эш сәфәре менән барған Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Әлегә тиклем полиция бүлеге 1955 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бинаны биләгән. Элекке мәктәптең буш бинаһын капиталь төҙөкләндереү эштәре 2013 йылдың октябрендә башланған. Полиция бүлеген төҙөү һәм йыһазландырыу өсөн республика бюджетынан 125 миллион һум аҡса бүленгән.

Алты мең квадрат метрлыҡ яңы бинала граждандарҙы ҡабул итеү, террорға ҡаршы саралар һәм элемтә буйынса бөтә талаптар иҫәпкә алынған. Бында шулай уҡ 12 автомашинаға иҫәпләнгән йылы ҡуналҡа, янғынға ҡаршы көрәшеү өсөн ике ҡорамал бар.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов полицейскийҙарҙы яңы бинаға күсеүҙәре менән ҡотланы һәм хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, бүлек етәксеһе полиция подполковнигы Илья Филипповҡа ВАЗ-21310 һәм ГАЗ-2715 автомобилдәренең асҡыстарын тапшырҙы. Автотранспорт полицияның участка вәкилдәре хеҙмәтенә һәм кинологтар бүлегенә тапшырыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы һәм почетлы ҡунаҡтар дежур бүлеген, шәхси составтың эше өсөн кабинеттарҙы, музейҙы ҡараны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть