Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда йәш яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшереү дауам итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Йылайыр районы Башҡортостанда икенселәрҙән булып әҙәби марафон эстафетаһын ҡабул итте. Уны Ҡырмыҫҡалы районы делегацияһы тапшырҙы.

«Ауыл уттары» гәзите редакцияһында үткән түңәрәк өҫтәлдә Йылайыр районы йәш яҙыусыларының ҡулъяҙмалары тикшерелде. Район мәҙәниәт йорто фойеһында район китапханалары һәм мәктәптәренең китап күргәҙмәләре ойошторолдо. «Күгәрсен күҙе» өлгөлө ҡурсаҡ театры әкиәт персонаждары күргәҙмәһен тәҡдим итте. Яҙыусылар, мәҙәниәт учреждениеһы вәкилдәре мәктәпкәсә учреждениеларҙа, райондың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында булды, һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.

Байрам әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды. Йылайыр районы башлығы Илгиз Фәтҡуллинға Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылының символы — Китап тапшырылды. Концертта Йылайыр районында тыуып үҫкән артистар — танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов, йырсылар Дамир Әхмәтов, Флүрә Низамова, Артур Юлыев ҡатнашты. Кисәлә урындағы шағирҙарҙың шиғри әҫәрҙәре яңғыраны.

Сара һуңында Йылайыр һәм Ҡырмыҫҡалы райондары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть