4 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2015 йыл, 16:37

Aselsan Төркиә компанияһы вәкилдәре Өфө дәүләт авиация техник университеты потенциалын баһаланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт авиация техник университетында Aselsan төрөк компанияһы делегацияһы булып китте. «Өфө дәүләт авиация техник университеты-Медиа» мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтар авиация двигателдәре музей-кабинетын һәм спутник менән идара итеү үҙәген ҡараны, шулай уҡ уҡыу йортоноң ректоры вазифаһын башҡарыусы Александр Дегтярев менән осрашты.

— Беҙҙең компания ғилми һәм ғәмәли эшмәкәрлекте үҫтереү өсөн донъя университеттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү юлдарын эҙләү өҫтөндә, — тип һөйләне  Aselsan компанияһы рәйесе кәңәшсеһе Мостафа Кайер. — Беҙ Өфө дәүләт авиация техник университетында яһалған асыштар хаҡында күп ишеткәнебеҙ бар. Университеттың фәнни һәм техник потенциалын күреү өсөн махсус рәүештә Өфөгә килдек.

Авиация һәм космонавтика өсөн технологияларҙы берлектә әҙерләү хеҙмәттәшлектең төп йүнәлеше буласаҡ тип күҙаллана. Мостафа Кайерҙың һүҙҙәренсә, партнерлыҡ программаһы сиктәрендә Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Төркиәнең алдынғы уҡыу йорттары араһында студенттар менән алмашыу ҙа ойошторорға мөмкин.

— Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә Рәсәйҙең мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәре донъяның һәр мөйөшөндә эшләй, — тип билдәләне Александр Дегтярев. — Беҙҙең университет Рәсәйҙә инженерлыҡ белеме биреү буйынса лидер булып тора. 80 йылдан ашыу осорҙа беҙ авиация сәнәғәтендә генә түгел, ә башҡа өлкәләрҙә лә эшләгән белгестәрҙе әҙерләп сығарҙыҡ. Һуңғы йылдарҙа сит ил дәүләттәре өсөн инженерҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашабыҙ: бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында донъяның 20 иленән студенттар белем ала.