9 декабрь, Йома

13 февраль 2015 йыл, 15:12

Башҡортостанға Украинанан мәжбүри күскенселәр килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 12 февралдә Өфө вокзалына 58-се «Кисловодск — Иркутск» поезы менән Украинанан 37  мәжбүри күскенсе килде, улар араһында ете бала бар.

Килеүселәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, психологтар һәм медиктар ҡаршы алды. Күскенселәр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы экипажы оҙатыуында Нуриман районының Павловка ауылындағы ваҡытлыса тороу пунктына йүнәлде. Әлеге мәлдә Украина граждандарына уңайлы шарттар булдырылған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.