Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикала Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе башлана

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 февралдә Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы айҡанлы Айҙар Байыҡ сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе башлана.

Конкурстың маҡсаты — халыҡтың ауыҙ-тел ижадын пропагандалау һәм сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү. Бәйгелә төрлө йәштәге сәсәнлек һәләте булған һәр кем ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ҡатнашыусының мотлаҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын, эпостарҙы яҡшы белеүе зарур.

— Конкурсанттар уй-фекерҙәрен, ҡараштарын сәсәндәргә хас жанрҙарҙа (ҡобайыр, бәйет, әйтеш, сеңләү) бәйән итергә тейеш. Сәсәнлекте шиғыр, йыр һәм таҡмаҡтар менән бутамауығыҙҙы һорайбыҙ, — тип аңлатма бирҙеләр ойоштороусылар.

Бәйге интернет селтәрендә бара, иң яҡшы эштәр «Шоңҡар» журналы биттәрендә донъя күрәсәк. Сәсәндәр ярышы ике этапта үтә. Беренсеһендә бөтә ҡатнашыусыларға ла ете тема тәҡдим ителәсәк. Һәр эште танылған фольклорсы, профессор Әхмәт Сөләймәнов рәйеслегендәге жюри, шулай уҡ интернет ҡулланыусылар ҡараясаҡ. Иң яҡшы эштәр икенсе турға сыға. Ул июнь айында Салауат йыйынында уҙа.

Шулай уҡ конкурсанттар өлкән быуындан ҡалған  халыҡ ижады өлгөләрен тәҡдим итә ала. Улар айырым бүләкләнәсәк.

Проектты ойоштороусылар — «Шоңҡар» журналы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге. Тулыраҡ — «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть