Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Шаран районында СССР-ҙың Почетлы доноры дауаханаға китаптар тапшырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Шаран районында Әҙәбиәт йылы сиктәрендә «Дауаханаларға китап бүләк ит» акцияһы бара. Яңауыл ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны, журналист Александр Асмаев Үҙәк район дауаханаһына 80 китап бүләк итте. Улар араһында нәфис, фәнни-популяр, сәйәси әҙәбиәт бар. Күбеһен «Ҡаһарманлыҡ» серияһынан китаптар тәшкил итә.

— Мин ошо китаптарҙың барыһын да уҡып сыҡтым һәм ҙур ҡәнәғәтлек алдым, — ти Александр Асмаев. — Хәҙер иһә уларҙың сирлеләргә сырхауҙарын тиҙерәк еңеп сығырға ярҙам итеүҙәрен теләйем.

Александр Асмаев тәүге һөнәре буйынса фельдшер. Ул медицина өлкәһендә оҙаҡ эшләп өлгөрмәй. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, уҡытыусы булып китә. 1972 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы тарихтан, инглиз теленән уҡыта. Оҙаҡ йылдар «Чолман» республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була.

Александр Асмаев — СССР-ҙың Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең Почетлы доноры. Ул 77 тапҡыр ҡан биреп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, тип хәбәр итте Шаран районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Рәил Мусин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть