Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Мәктәптәрҙә ҡайнар аш хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалды — Өфө хакимиәте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнөң дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары өсөн ҡайнар аш хаҡы 2014 йылғы кимәлдә ҡала. Тейешле ҡарарҙы муниципалитет ҡабул итте. Документҡа ярашлы, 1-4 класс уҡыусылар өсөн иртәнге аш 45 һумдан, төшкө аш — 55, төштән һуңғы аш 16 һумдан да кәм тәшкил итмәйәсәк. Өлкән класс уҡыусылары өсөн иртәнге аш 50 һумдан, төшкө аш — 60, төштән һуңғы аш 17 һумдан да кәм тормаясаҡ.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡала бюджетынан етем, ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар, күп балалы ғаиләләрҙәге, социаль яҡтан хәүефле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар өсөн бер балаға көнөнә 30 һум күләмендә адреслы дотациялар күләме билдәләнгән.

Оҙайтылған көн төркөмдәрендә туҡланыуҙы ойоштороуға үрҙә һанап үтелгән категориялар өсөн шундай уҡ адреслы дотация билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть