11 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2015 йыл, 12:25

Өфө хоккейсылары Гранадалағы ҡышҡы Универсиадала алтын миҙал яуланы

фото: Дмитрий Слезин коллажы

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Испанияның Гранада ҡалаһында Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадаһының ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса турниры тамамланды.  

Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Өфөнөң «Ағиҙел»енән дүрт хоккейсы: Элина Митрофанова, Екатерина Лебедева, Екатерина Ананьина һәм Наталья Воронцова сығыш яһаны.

Финал уйынында рәсәйҙәр Канада йыйылма командаһын 3:0 иҫәбе менән еңеп, алтын миҙал яуланы.