7 декабрь, Шаршамбы

13 февраль 2015 йыл, 10:33

Рөстәм Хәмитов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 12 февралдә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитетының икенсе ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов беренсе ултырыш йомғаҡтары буйынса байтаҡ эш башҡарылған тип билдәләне.

– Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрелгән. Беҙ федераль Хөкүмәткә ғариза бирҙек. Быйыл ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк, был тағы 1 173 кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына федераль бюджеттан 630 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанслауға ғариза ебәрелгән. Был аҡсалар беҙгә ҡалған ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен тиҙләтәсәк, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы мәсьәләне хәл итеүҙе власть органдары мотлаҡ контролдә тоторға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Бүленгән фатирҙарҙа ветерандарҙың туғандары түгел, ә ололар үҙҙәре  йәшәргә тейеш. Хәҙер торлаҡ менән тәьмин ителгән ветерандарҙың 633-ө иҫке йорттарҙа көн күреүен дауам итә. Һәр ғаилә менән адреслы эшләү мөһим. Артабан да һуғыш ветерандары һәм тол ҡатындарҙың торлаҡ-көнкүреш шарттары мониторингын үткәрергә, торлаҡты ваҡытында ремонтлау мәсьәләләрен контролдә тоторға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

Ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә саралары Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү уңайынан ветерандарҙың айырым категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһындағы указда ҡаралған, уның проекты республика Хөкүмәтендә әҙерләнгән дә инде.

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалаов һәм Мәләүез районы башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков муниципалитеттарҙа һуғыш ветерандары йәшәгән йорттарҙы төҙөкләндереү буйынса эште ойоштороуҙары хаҡында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов муниципалитеттарға мутлашыусыларҙың алдау осраҡтарын булдырмау өсөн ветерандар менән аңлатыу эштәрен көсәйтергә кәрәклеген билдәләне.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов үҙенең хакимиәтенә Ҡырымдың шефлыҡҡа алынған Белогорск районында йәшәүсе ветерандар өсөн ярҙам күрһәтеүҙе ойошторорға ҡушты. Былтыр улар һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр Еңеү көнө айҡанлы бүләктәр алды. Был тәжрибәне дауам итергә кәрәк.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.