10 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2015 йыл, 17:46

БДУ-ла Ляонин университеты менән берлектәге икеләтә диплом мәғариф программаһы ҡабул ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты һәм Ляонин университеты (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) араһында «Икеләтә диплом» программаһы буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Программала Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында белем алыусы студенттар ҡатнашасаҡ.

Документҡа Башҡорт дәүләт университеты делегацияһының Ҡытайға эш сәфәре барышында ҡул ҡуйылған. Делегация составына ректор Николай Морозкин, Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры Рөстәм Ахунов һәм инновациялы иҡтисад кафедраһы мөдире Лилиә Вәлинурова ингән.

Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡорт дәүләт университеты Ляонин университеты менән беренсе йыл ғына хеҙмәттәшлек итмәй. Быйылғы килешеү — үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә тағы бер аҙым. БДУ-ның Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты Ляонин университетының Халыҡ-ара белем биреү институты менән берлектә ярты йыл буйына иҡтисад өлкәһе белгестәре өсөн икеләтә диплом программаһы буйынса документтар һәм уртаҡ уҡыу планы әҙерләне. Ике университетта ла яҡшы уҡыған студент-бакалаврҙар икеләтә диплом алыу мөмкинлегенә эйә. Дәрестәр күберәк инглиз телендә алып барыласаҡ.

Ляонин университеты Ҡытайҙа ҙур университеттарҙан һанала һәм илдең иң яҡшы белем биреүсе йөҙ учреждениеһы исемлегенә инә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры.

— Программаның мөһимлеге Рәсәй өсөн яңы геосәйәси шарттарға бәйле. Ҡытай сәйәси һәм иҡтисади планда ла илебеҙ өсөн алдынғы партнерҙарҙың береһе булып тора. Берлектәге килешеүгә ҡул ҡуйыу — Башҡорт дәүләт университеты өсөн мөһим аҙым тип һанарға кәрәк,—  тип иҫәпләй Рөстәм Ахунов.