Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылдың дүртенсе кварталына йәшәү минимумын билдәләне

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда 2014 йылдың дүртенсе кварталына уртаса бер ай өсөн йәшәү минимумы 7234 һум күләмендә билдәләнде. Тейешле ҡарар кесаҙна, 12 февралдә, республика Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителде.

Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләме — 7710 һум, пенсионерҙарға — 5926, балалар өсөн — 7158 һум тәшкил итте.

Рәсәй Федерацияһы субъекты кимәлендә билдәләнеүсе йәшәү минимумы социаль программалар әҙерләгәндә һәм уларҙы ғәмәлгә ашырғанда иҫәпкә алына. Уның нигеҙендә аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме иҫәпләнә, тип аңлатма бирҙеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть