Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Республикала шундай кешеләр бар саҡта, Башҡортостанда барыһы ла һәйбәт буласаҡ»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

12 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың 48 алдынғы сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, социаль өлкә, торлаҡ-коммуналь хужалығы, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, ордендар менән билдәләнде.

— Һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән ошо наградаларға лайыҡ булдығыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн залда төрлө һөнәр эйәләре бар, әммә барығыҙҙы ла яҡшы, намыҫлы эшләү, һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешә белеү сифаттары берләштерә. Һеҙ күптәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ.

Башҡортостан Башлығы Ҡырым халҡына ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеүселәргә айырыуса рәхмәт белдерҙе.

— Кәрәкле һәм мөһим эште башҡарып сығыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ 37-38 объектты тергеҙеүҙә ҡатнаштығыҙ. Ҡырымда йәшәүселәрҙең күбеһе хәстәрлек тойҙо. Улар Башҡортостан төҙөүселәренең яҡшы эшләүен аңланы. Был, һис шикһеҙ, дәртләндерә, — тип билдәләне республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе үҙ эшенә намыҫлы ҡарай.

— Республикала шундай кешеләр бар саҡта, Башҡортостанда барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Беҙ халыҡтың тормошон даими рәүештә яҡшыртып, кәрәкле йүнәлештә үҫешәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть