Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында секциялар һәм түңәрәктәр үҙ эшен башлай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 февралдән «Башҡортостан» дәүләт концерт залында балалар һәм өлкәндәр өсөн түңәрәктәр, студиялар һәм секциялар эшләй башлай. Был хаҡта «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хәбәр итә.

Балалар коллективтары өсөн хореография (бал, эстрада, халыҡ, классик, экзотик бейеүҙәр), вокал (эстрада, джаз, балалар йыры) йүнәлештәре бар, «Эврика» иртә үҫеш мәктәбе (өс йәштән алып) эшләй. Өлкәндәр иһә «Клеопатра» ҡатын-ҡыҙҙар клубына, бал бейеүҙәре мәктәбенә йөрөй ала.

Күп йылдар учреждениела билдәле ижади коллективтар — «Шаян» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Вираж» бал бейеүҙәре ансамбле, «Ренессанс» бейеү театры, «Дельфин» вокал студияһы, «Ассоль» өлгөлө вокаль-бейеү студияһы, «Камиллыҡ» художестволы гимнастика студияһы,  «Арлекино» театр студияһы эшләп килә.

Төркөмдәргә яҙылыу өсөн телефон: 273-72-53. Өҫтәмә мәғлүмәт — «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть