9 декабрь, Йома

12 февраль 2015 йыл, 12:28

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Башҡортостан социаль технологиялар институты студенттары менән осрашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев Башҡортостан социаль технологиялар институтында уҙған Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе семинарында ҡатнашты. Парламентарий студенттарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге эштең нескәлектәре, ҡануниәттәге яңылыҡтар һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең тармаҡ партия проекттарының үҫеше менән таныштырҙы.

— Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 3,5 миллионға яҡын хеҙмәткәр эшләй, улар ил буйынса күп фатирлы йорттарҙағы 2,3 миллиард квадрат метр торлаҡты һәм өс миллиардтан ашыу шәхси йортто хеҙмәтләндерә, — тип хәбәр итте Павел Качкаев. — Ай һайын милекселәр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса 49 миллион квитанция баҫыла. Бынан тыш, илдә торлаҡ фондының 40 проценты капиталь ремонт талап итә. Уны ваҡытында эшләмәгәндә йорттар авария хәлендә ҡаласаҡ һәм йәшәүгә яраҡлы булмаясаҡ.

Торлаҡ-коммуналь тармағындағы закон сығарыу башланғыстары студенттарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Депутат 2016 йылдан «Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында» Федераль закон көсөнә инәсәк тип белдерҙе. Ул мөлкәт, хеҙмәттәр хаҡы, тарифтар, йыйымдар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған берҙәм база булдырыуҙы күҙ уңында тота. Шулай итеп, һәр милексенең шәхси кабинеты барлыҡҡа киләсәк, ул унда коммуналь хеҙмәттәр өсөн күпме сумма яҙылғанын, күп фатирлы йорттар менән кемдең идара итеүен белә, дөйөм йыйылышта тауыш бирә ала.

Павел Качкаев торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә идара итеүсе компанияларҙы лицензиялау, дәүләт көйләүе һәм уларҙың эшмәкәрлеген баһалау тураһындағы закондың эш принциптарын аңлатты, шулай уҡ Дәүләт Думаһында ҡаралған «Түләү дисциплинаһын арттырыу тураһында» закон проектына туҡталды.

Осрашыу студенттарҙың парламентарийға һорауҙары һәм энергияны һаҡлау буйынса «ЖЕКА» онлайн-уйыны менән тамамланды.