9 декабрь, Йома

12 февраль 2015 йыл, 14:00

Өфөлә тәүге спорт-күңел асыу үҙәге ойоштороласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы һәм Луганск урамдары киҫелешендә батут үҙәге асыласаҡ, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Ул өлкәндәр һәм балалар өсөн тәғәйенләнгән спорт-күңел асыу комплексы буласаҡ. Үҙәкте асыу тантанаһы апрель айына билдәләнгән.

Яңы форматтағы спорт үҙәгендә 15 күнекмә-күңел асыу һәм спорт батуттары ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ унда душ, сисенеү, ял бүлмәләре буласаҡ. Экстремаль спорт төрөн үҙ итеүселәр махсус тренажерҙарҙа оҫталыҡтарын арттыра ала. Проекттың формаһы спорт һәм мәҙәни саралар, балалар өсөн байрамдар уҙғарырға мөмкинлек бирәсәк.

Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, һәләтле балаларға һәм үҫмерҙәргә ҙур спортҡа юл ярыу өсөн бушлай урындар биреләсәк.

«Башинформ» агентлығына проектты башлап ебәреүсе Сергей Решетников хәбәр итеүенсә, Луганск урамындағы элекке производство бинаһы батут үҙәгенә яраҡлаштырылған. Уның батут майҙансығын ойоштороу тәжрибәһе бар: биш йыл инде Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Олимпия резервындағы 29-сы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҙур булмаған батут үҙәге эшләй.

— Ҙур ҡалаларҙа батут үҙәге — ғәҙәти күренеш. Әлегә тиклем Өфөлә улар юҡ ине. Беҙ Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск ҡалаларындағы ошоға оҡшаш проекттарҙың тәжрибәһенә таянабыҙ, — тине Сергей Решетников.

Үҙәк спорт-күңел асыу комплексының беренсе сираты буласаҡ. Ул 650 квадарт метр майҙанды биләйәсәк. Киләсәктә бында экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә яратыусылар өсөн йыл әйләнәһенә спорт майҙансыҡтары эшләйәсәк тип күҙаллана.