8 декабрь, Кесе йома

12 февраль 2015 йыл, 11:02

Башҡортостандың дауалау учреждениелары ОРВИ һәм киҙеүҙең эпидемик күтәрелешенә әҙер — Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың дауалау учреждениелары ОРВИ һәм киҙеү ауырыуҙарының эпидемик күтәрелешенә әҙер, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә республикала 808 үпкәне яһалма елләтеү аппараты һәм 770 пульсоксиметр бар. Сирҙең эпидемик күтәрелеше осоронда ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн бөтәһе 5076 койка ҡуйыу планлаштырыла. Госпиталь базаһы тулы күләмдә медицина персоналы менән тәьмин ителгән. Вирусҡа ҡаршы препараттар, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн битлектәр, дезинфекция саралары запасы булдырылған.

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеүҙең таралыу хәүефе ҙур булғанлыҡтан, медицина учреждениеларында сикләү саралары индерелгән.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала төбәктә ОРВИ менән сирләүҙең 23 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Халыҡтың киҙеү һәм ОРВИ менән сирләү кимәле эпидемик сиктән 3,2 процентҡа юғары.

Халыҡты иммунизациялау ОРВИ һәм киҙеүҙе профилактикалауҙа төп сара булып тора. Милли календарь сиктәрендә Башҡортостанда бер миллион, финанслауҙың башҡа сығанаҡтары иҫәбенә 136 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған.

темалар: һаулыҡ һаҡлау