Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғинуарҙа республикала сәнәғәт етештереүе индексы — 103,9 процент

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

2015 йылдың ғинуарында Башҡортостанда сәнәғәт етештереүенең уртаса үҫеше билдәләнде, тип хәбәр иттеләр республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығынан. Сәнәғәт етештереүе индексы 2014 йылға ҡарата 103,9 процент тәшкил итте.

Файҙалы ҡаҙылмалар табыу (105,2 процент), ағас эшкәртеү һәм ағастан әйберҙәр эшләү (102,8) буйынса предприятиелар, химия производстволары (106,5), резина һәм пластмассанан яһалған әйберҙәр (128,8), электр ҡорамалдары, электрон һәм оптик ҡорамалдар (110,1), транспорт саралары һәм ҡорамалдары (132,9) сығарыу буйынса предприятиелар иң ҙур үҫеш динамикаһын тәьмин итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть